Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылы фельдшеры янғындан өс баланы ҡотҡарған. Вызовтан ҡайтып барған медицина хеҙмәткәре йорт тәҙрәһенән төтөн сығыуын күреү менән ярҙамға ашыға. Кескәй ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡына ҡалмай, утты ла һүндерә. Замандашыбыҙҙың ҡыйыу аҙымы юғары дәүләт наградаһына лайыҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктынан кеше өҙөлмәй. Ләлә Искәндәрова бөгөн хәлһеҙлегенә борсолоп килгән. Ауыл фельдшерына ул ышана. Шуға ла ниндәй генә булһа һорау булһа ла тура медицина учреждениеһына юл тота. Дарыу ғына түгел, фельдшерҙың йылы һүҙе лә дауалай ти ул.
Анастасия Шапошникова Константиновканан алты саҡрым алыҫлыҡтағы Николаевка ауылынан йөрөп эшләй. Транспорт табылһа транспортта, булмаһа йәйәүләп тә килергә тура килә. 2006 йылдан бирле. Фельдшер халыҡты медицина пунктында ғына халыҡты ҡабул итмәй, өйҙәргә лә йөрөй.
Фельдшер балаларҙы ҡотҡарып ҡына ҡалмай, йорт эсендәге утты ла һүндерә. ут ныҡлап таралып өлгөрмәй. Бөгөн Анастасия Шапошникова кескәйҙәр өсөн герой. Әсә кеше лә шатланып бөтә алмай.
Фельдшерҙың был аҙымы иғтибарһыҙ ҡалмаясағына ышана, урындағы үҙидара органдары. Өҫтәүенә, уның эш тәжрибәһе лә ҙур. Медицина тармағына 35 йылдан ашыу ғүмерен арнаған.
Әйткәндәй, бәләнән йорт эсендә янғын сығыуын иҫкәртеүсе ҡоролма ла аралаған. Фельдшер тап уның да тауышын ишеткән. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, республика йорттарында ҡуйылған сирена 524 кешене бәләнән аралаған. Уларҙың 2010-ы балалар. Ә Анастасия Шапошникованың ҡаһарманлығы тиҙҙән Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы менән бүләкләнер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






