Курстар «Мәктәп инновацияһы» проекты өсөн бүленгән Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо. Ул «Сколково» Мәскәү идара мәктәбе үҙәге менән берлектә тормошҡа ашырылды.
Сарала төбәк полилингваль ойошмаларының өс тиҫтәләп вәкиле ҡатнашты. Мәғариф өлкәһе белгестәре алдында Ҡытай, Сингапур, Малайзия, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан кеүек илдәр миҫалында телдәр сәйәсәтен үҫтереү һәм күп телле белем биреүҙе ғәмәлгә ашырыу кейстарын тәҡдим иткән Рәсәй һәм сит ил эксперттары сығыш яһаны.
Быйыл полилингваль мәктәптәр Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында асыла. Ә 2024 йылға тиклем улар тағы ла 10 ҡалала һәм биш район үҙәгендә барлыҡҡа киләсәк.
Илдар Байбулатов




