Ишембай ҡалаһында «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды

Ишембай ҡалаһында «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалдыБыйыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ҡырҡ педагог ҡатнашты. Улар баһалама комиссияһына асыҡ дәрестәр күрһәтеп, интерактив уҡытыу алымдары менән таныштырҙы, шулай уҡ мәғариф проекттары әҙерләүҙә көс һынашты. Конкурс сиктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында айырым еңеүселәр билдәләнде.

Тиҙҙән улар Ишембай данын Башҡортостан кимәлендә яҡлап, педагогик тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Бәхетле исемлектә 2-cе мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Таштимерова ла бар.

Фото №1 - Ишембай ҡалаһында «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының район этабына йомғаҡ яһалды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ