Яңауыл ҡалаһында имтиханда буласаҡ комиссия ағзалары өсөн күнекмәләр үтте. Һынауҙар Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияла йылына 2-3 тапҡыр уҙа. Дәүләт имтиханына әҙерлек төбәк һәм федераль кимәлдә лә була. Был саралар Берҙәм дәүләт имтиханын ҡатмарлыҡтарһыҙ үткәреп ебәреү өсөн эшләнә.
Рәмилә Исмәғилева




