Баш ҡаланы йәшелләндереү хужалығында быйыл 260 мең төп бер йыллыҡ сәскәләр үҫтерелә

Оранжереяларҙа орлоҡтарҙы сәсеү ғинуарҙа уҡ башланған.

Ике аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, үҫентеләр күсереп ултыртыла. Уларға көн һайын һыу һибелә, үҫентеләр нығынһын өсөн 14-16 cәғәт дауамында өҫтәмә рәүештә яҡтыртыла. 80 мең петуния, 20 мең бәрхәт сәскәләр һәм башҡалар 9 май Еңеү Көнө алдынан байрам саралары үтәсәк майҙандарға ултыртыласаҡ.

Электрон акуцион нигеҙендә Мәскәүҙең «АГРОРОСТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тағы ла 211 төрлө бер йыллыҡ сәскәләр менән тәьмин итер тип көтөлә.

Фото №1 - Баш ҡаланы йәшелләндереү хужалығында быйыл 260 мең төп бер йыллыҡ сәскәләр үҫтерелә

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ