Тележурналист Рәйсә Ҡазбулатоваға – 55 йәш

БР Журналистар союзы етәкселәре «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Вәдүт Исхаҡов ойошма эшмәкәрлеге, алдағы пландар менән таныштырҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистар ойошмаһы профессиональ союздың иң ҙур бүлексәләренең береһе. Әле унда дүрт тиҫтәнән ашыу ағза иҫәпләнә.

Бөгөнгө осрашыуҙа уларҙың береһе, телевидение студияһының художество программалары бүлеге етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Ҡазбулатова тәбрикләнде. Күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй журналистар союзы Почет грамоталары менән бүләкләнде. Уға шулай уҡ төбәк яҙыусылар һәм журналистар берлектәренең Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Рәйсә Рәйес ҡыҙы журналист карьераһын радиола башлай, «Даирә» ижтимағи-сәйәси программаһын алып бара. 2002 йылда ул телевидениеға эшкә саҡырыла. «Арҡайым», «Майҙан», «Ил улдары», «Нәҙер» проекттарының авторы булараҡ тамашасылар һөйөүен яулай. Бөгөн талантлы журналист «Үткән ғүмер», «Автограф», «Ҡурай даны» тапшырыуҙарын эфирға әҙерләй. «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы сиктәрендә тапшырыу, концерттарға сценарийҙар яҙа.

Фото №1 - Тележурналист Рәйсә Ҡазбулатоваға – 55 йәш

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ