Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты федераль милеккә ҡайтарыла

Медицина учреждениеһы Башҡорт дәүләт медицина университеты ҡарамағында эшләйәсәк. Унда яңы кафедралар асыу, офтальмологияны үҫтереү, сит илдәрҙән килеүсе сирлеләрҙе ҡабул итеү күҙаллана.

Шулай уҡ Башҡортостан энциклопедияһы һәм Республиканың стратегик тикшеренеүҙәр институты берләштерелә. Ул Башҡортостандың социаль-гуманитар тикшеренеүҙәр һәм энциклопедия институты исеме аҫтында автоном ғилми учреждение булараҡ эшләйәсәк.

Фото №1 - Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты федераль милеккә ҡайтарыла

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ