Республика аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостанда 3 миллион гектарға яҡын майҙан сәселәсәк. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан Стәрлебаш районында быйыл тәүге агрономдар конферецияһы уҙҙы. Сараға төбәктең ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм был тармаҡта эшләгән хеҙмәткәрҙәр йыйылды. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Техниканы ентекле тикшереп йүнәтеү баҫыу эштәрен ваҡытында башларға һәм тамамларға ярҙам итә. Һыуыҡ ҡыштан һуң тракторҙарҙы ҡабыҙып эшкә егеү еңел бирелмәй. Тәү сиратта махсус ҡоролма ярҙамында уны йылытып алырға кәрәк. Барлыҡ деталдәрҙе ҡарап сығыу, кәрәк саҡта уларҙы нығытыу ҙа талап ителә.

Стәрлебаш районында 2007 йылдан эшләп килгән «Уңыш» хужалығында 3 мең гектар ер иҫәпләнә. Уларҙың 700 гектарын ужым культуралары биләй. Яҙғы баҫыу эштәренә ике сәсеү комплексы тулыһынса әҙер, әле тракторҙар ремонтлана. Өҫтәүенә, ауыл хужалығы программаһы буйынса, өс берәмек ҡеүәтле техника алыу маҡсаты ҡуйылған.

Стәрлебаш районында йәмғеһе 43 гектар майҙанда сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Әлеге ваҡытта хужалыҡтар минераль ашламалар менән тәьмин ителә. Техника 98 процентҡа әҙер, ти агросәнәғәт комплексы бүлеге етәксеһе.

Ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, уҙған йыл Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өсөн уңышлы була. Аграрийҙар етештергән продуцияның күләме хәҙерге хаҡтар буйынса 190 миллион һум тәшкил итә.

Үткән миҙгел ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү буйынса ла килемле тип баһалана, мәҫәлән, ужым бойҙайы күрһәткестәре 100 проценттан юғары. Агрономдар конференцияһында 16 район вәкиле ҡатнашты. Сарала ауыл хужалығы тармағы алдынғыларын бүләкәү тантанаһы ла ойошторолдо. Юғары күрһәткестәргә ирешкән фермер, агроном, водитель, механизатор һәм ветеринарҙар бүләкләнде. Бынан тыш, Стәрлебаш районында етештерелгән продукция күргәҙмәһе ойошторолдо.

Бөгөн беҙ эшмәкәрлектең тактикаһын билдәләү буйынса һөйләштек. Дөйөм алғанда, сәсеү майҙандары структураһы шул уҡ кимәлдә ҡала. Яҡшы уңыш килтергән культураларҙы һайлау, үҙгәрештәр индереү менән шөғөлләнәбеҙ.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры

Сәсеү миҙгеленә әҙерлектең иң мөһиме – яғыулыҡ-майлау материалдары. Әле улар һатып алына. Былтыр техника паркы ла яңыра. Әле республикала 938 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы иҫәпләнә. Был мул уңыш йыйырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана аграрийҙар.

Фото №1 - Республика аграрийҙары яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ