Бер быуатлыҡ юбилей. 16 мартта «Башҡортостан» концерт залында Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе түңәрәк датаны концерт менән билдәләй. Кисәлә иң шәп музыкаль коллективтар, белем усағы солистары сығыш яһар тип көтөлә.
Йөҙ йыллыҡ тарих булған, Рәсәйҙең иң яҡшы 50 сәнғәт мәктәбе иҫәбенә ингән белем усағын 5 меңдән ашыу музыкант тамамлаған. Улар бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй, донъя кимәлендәге билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре... Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Эвелина Хромченко, репер Face һәм башҡа күренекле сәхнә оҫталары тәүге дәрестәрен тап Сабитов мәктәбендә алған.
Ярты быуаттан ашыу Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе һуҡыр һәм насар күргән балаларҙы уҡытып социаль әһәмиәтле эш алып бара. Улар ил кимәлендә уҙғарылған абруйлы конкурстарҙа даими еңеүҙәр яулай, Владимир Спиваков исемендәге хәйриә фонды, Башҡортостан балалар фонды стипендиаттары...
Бөгөн мәктәптә 1100 уҡыусы 24 йүнәлеш буйынса белем ала. Улар икенсе йөҙ йыллыҡҡа матур йолалар, инновацион мөмкинлектәр менән ышаныслы аяҡ баҫа.




