Республика башлығы был турала бөгөн Кумертау аваиация етештереү предприятиеһы ветерандары һәм эшселәре менән осрашыу барышында белдерҙе.
Кумертау предприятиеһында йыйылған һауа транспорты тотош донъяла билдәле, Башҡортостан продукцияһы ер шарының төрлө ҡитғаларына оҙатыла. Тик тарихи завод һуңғы йылдарҙа финанс ҡатмарлыҡтар кисерә, заказдар кәмей. Әммә Республика етәкселегенең ярҙамы менән проблема хәл ителә.
Мәҫәлән, былтыр 2019 йыл менән сағыштырғанда етештереү ҡеүәте 43 процентҡа артҡан, табыш күләме күтәрелгән. Әле предпритяиела КА-32 күп функциялы вертолетын модернизациялау бара. Уның бортына заманса электрон ҡоролмалар урынлаштырлған. Был моделдең янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән версияһы ла бар, уға 4 тонна һыу һыймалы бак урынлаштырылған. Ул ошондай уҡ башҡа вертолеттарҙан айрымалы ҡыш көндәрендә лә үҙ функцияһын үтәй ала.
Киләсәктә һауа транспорты Башҡортостан урмандарында янғын һүндереүҙә ҡулланыласаҡ. Бынан тыш санитар авиация өсөн тағы бер вертолет алыу күҙаллана. Хужалар әйтеүенсә, быйылға хеҙмәттәшлек тураһындағы 7 контракт төҙөлгән.
Рәмзиә Кәримова




