Кооперативтарға берләшеү Башҡортостан умартасылары өсөн дә көн талабы

Был турала Хөкүмәт преьер-министры урынбаҫары ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрәхманов белдерҙе.

Бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университеты нигеҙендә республика умартасылар берлеге йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән осрашыу үтте. Коронавирус пандемияһы сәбәпле, кәңәшмәгә саҡырылған делегаттар һаны сикләнде. Фекер алышыуға татлы ризыҡ етештереүселәрҙе борсоған байтаҡ һорауҙар сығарылды.

Бал ҡорто ҡараусыларҙы ветеринария тураһындағы законға үҙгәрештәр индерелеүе, йүкә урмандарын ҡырҡыу һәм сәнәғәт күләмендә бал етештереүҙе күҙаллаған инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу үҙенсәлектәре борсоно.

Билдәле булыуынса француз инвесторҙар республикала умартасылыҡ өлкәһендә күләмле проектты ғәмәлгә ашырырға теләк белдерҙе. Был маҡсатта улар иҡтисадҡа 4 миллиард һумға яҡын аҡса һалырға теләй. 30 мең күс өсөн етештереү майҙаны асыу, йылына 7 мең тонна бал етештереү һәм татлы ризыҡҡа тикшереү уҙғарыу өсөн заманса лаборатория төҙөү планы бар. Инвесторҙарҙың башланғысы республика умартасыларын хафаға һалған.

Баҙар шарттарында конкуренция тип баҙап ҡалмаҫ өсөн Башҡортостан умартасыларына берләшергә, кооперативтар төҙөргә кәрәк тигән фекер белдерҙе ултырышта республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Инвестиция проектын ул уңышлы тип атаны һәм умартасылыҡ үҫешенә етди этәргес булыуын билдәләне.

Фото №1 - Кооперативтарға берләшеү Башҡортостан умартасылары өсөн дә көн талабы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ