Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыу сифатын яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала

Уҡыусыларға тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы тикшереү аҫтында тотоу урындағы етәксәләргә йөкмәтелгән. Яңауыл районы Ямаҙы ауылында ла мәктәп ашханаһында әҙерләнгән аҙыҡтың сифаты даими иғтибар үҙәгендә.

Ашнаҡсылар меню буйынса ризыҡтарҙы кистән түгел, таң менән әҙерләп санитар талаптарҙы теүәл үтәй. Менюла тәҡдим ителгән исемлекте ата-әсәләр ҙә тикшереп бара. Аш сифатын комиссия ағзалары ҡарап сыға.

Мәктәп ашханаһына продукция аҙна һайын килтерелә һәм ентекле тикшерелә. Балаларға тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы файҙалы, тәмле итеп әҙерләргә тырышабыҙ. Көндәлек менюла йылы аш, ит, бутҡа, салаттар урын ала.

Светлана Сафина, Ямаҙы ауылы мәктәбе директоры
Фото №1 - Башҡортостан мәктәптәрендә туҡланыу сифатын яҡшыртыу көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ