Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында йәшәүсе Шафиҡ Дәүләтшин олпат юбилейын билдәләй

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында йәшәүсе Шафиҡ Дәүләтшин олпат юбилейын билдәләйТыл һәм хеҙмәт ветеранын күркәм байрамы менән ҡотларға район хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары, туғандары йыйылды. Юбилярға Рәсәй Президенты исеменән Ҡотлау хаты тапшырылды.

90 йәшен билдәләүсе Шафиҡ Дәүләтшин, оло булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ хәрәкәттә. Ҡыш көндәре ҡар көрәп, хужалыҡ эштәре менән булышһа, йәйгеһен иһә балалары менән бергә бесәнен дә саба, утынын да әҙерләй.

Мөхәмәтғәле улының бала-сағы ауыр йылдарға тура килә. Яңы ғына тыуған сабыйҙың атаһын, кулак мөһөрө тағып, ситкә оҙаталар. Ә кескәй Шафиҡ менән әсәһен тыуғандары яндарына ала. Аслыҡ-яланғыслыҡ, ҡәһәрле һуғыш йылдары михнәтен үҙ иңендә татый ул. Артабан иһә ғүмер буйы колхоз эшендә була. Матур, өлгөлө ғаилә ҡора, тормош иптәше Сәлимә менән аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтерәләр.

90 йәше тулыу айҡанлы, ир-уҙаманын ҡотларға район хакимиәте вәкилдәре, ауылдаштары, туғандары йыйылды. Хеҙмәт кешеһен ваҡытында хөрмәт һәм ҡәҙер итеү – яҡшы күренеш.

Ваҡытында хеҙмәт көсө түгеп, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға, илдең иҡтисадын күтәреүгә ҙур өлөш индерә Шафиҡ Дәүләтшин ише быуын балалары. Ошондай көслө рухлы, тормош ауырлыҡтары алдында бөгөлөп төшмәгән тыл ветерандары йәштәргә өлгө булып тора.

Фото №1 - Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында йәшәүсе Шафиҡ Дәүләтшин олпат юбилейын билдәләй

Әлфиә Хәмитова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ