Тарихи дата уңайынан данлыҡлы ижади коллективтың баш ҡалалағы концерт программаһы үтте.
Ике көн дауамында барған сара өфөлөләргә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Донъя халыҡтары бейеүҙәре менән бергә, ансамблдең «алтын фондын» тәшкил иткән хореографик композициялар ҙа сәхнәләштерелде.
Улар араһында легендар «Ете ҡыҙ», «Гөлнәзирә» һәм «Зарифа» бейеүҙәре лә бар. Һуңғыһы, мәҫәлән, теүәл 82 йыл элек коллектив ойошторолғандан һуң, Башҡорт АССР-ның 20 йыллығында киң тамашасыға сығарыла. Бөгөн дә «Зарифа» ижади коллективтың йөҙөк ҡашы һанала. Уны илдең генә түгел, донъя сәхнәләрендә лә көтөп алалар.
Азат Ғәлиуллин




