Ишембай районында «Торатау мираҫы» район-ҡала фольклор фестиваленә старт бирелде

Конкурста ауыл биләмәләре үҙешмәкәр коллективтары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре төрлө жанр өлгөләре менән сығыш яһай ала. Сара йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ уйындарын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, һаҡлап ҡалыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Фестивалдең тап Этҡол ауылы мәҙәниәт йортонда башланып китеүе осраҡлы түгел. Урындағы халыҡ сәнғәткә ғашиҡ, йыр-моңдан айырылғыһыҙ.

«Торатау мираҫы» фестивале 17 мартҡа тиклем дауам итә. Еңеүсе фольклор коллективтар  апрель аҙағында ҡала Мәҙәниәт йортонда Гала-концертта сығыш яһаясаҡ.

Фото №1 - Ишембай районында «Торатау мираҫы» район-ҡала фольклор фестиваленә старт бирелде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ