Масленица уңайынан республика район-ҡалаларында күләмле саралар дауам итә. Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршы алыу йолаһы ғәҙәттәгесә төрлө быуын һәм милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Өфө районы Авдон ауылында уҙғарылған сағыу тамаша менән БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең йөҙҙәре лә ҡояштай балҡый. Ә бит улар байрамға әҙерләнеп, йоҡоһоҙ төн үткәргән. Костюмды ҡайғыртыу бер, ҡоймағын да ҡойорға, халыҡты һөйөндөргә кәрәк. Тәмле ризыҡҡа иртә менән сират. Берәүҙәр был ризыҡты майлап, икенселәр баллап ауыҙ итте.
Башҡортостанда Масленица байрамы һәр милләт халҡына яҡын. Өфө районы Авдон ауылында ул быйыл айырыуса йылы ҡабул ителде. Күләмле сараны Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан рустары Соборы ойошмаһы һәм тарихи-мәҙәни үҙәк менән берлектә уҙғарҙы.
Бейек тау башына ғәҙәттәгесә ҡарасҡы ҡуйыла, уны яндырыу – именлек һәм яңырыу билдәһе. Сәхнәлә лә байрам символына арналған сағыу тамаша күрһәтелде. Тамашасылар әйлән-бәйлән йөрөп, йәнә бер ҡыш менән хушлашты. Шулай ҙа балалар өсөн иң ҡыҙығы ҡарғиҙәр ҙә йөрөү булғандыр.
Айҙар Искәндәров был техниканы үҙе йыйған, тышҡы яҡтан ул вертолетты хәтерләтә, әммә осмай. Ҡарлы участкалар буйлап ҡына елә. Сәғәтенә алтмыш саҡрым тиҙлек йыя ала. Әйткәндәй, кабина эсендә йылы. Ике пассажир урыны ла бар.
Сара сиктәрендә ҡул эштәре күргәҙмәләре эшләне. Биләмәлә төрлө милләт халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорттарҙың ихаталары булдырылғайны.
Өфөләиһә «Ҡояшлыҡоймаҡ» Хәйриә акцияһы ойошторолдо. Уның сиктәрендә меңдән ашыу ҡоймаҡһатыуғасығарылды. Халыҡтан йыйылған аҡса Юлиә Юлдыбаеваға яңы инвалид коляскаһы алыуға йүнәлтеләсәк. Ҡыҙцеребраль фалиждан яфалана.
Изге эштәргә әйҙәүсе сараны «Мәрхәмәт» фонды уҙғарҙы. Улар көсө менән сауҙа үҙәге янында көн дауамында байрам атмосфераһы хөкөм итте.
Аниматорҙар йыр-бейеү, уйын-конкурсттарға балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә йәлеп итте. Өфөләр ял көнөн ғаиләләре менән күңелле һәм файҙалы үткәрә алыуҙарына һөйөндө.
Яҙ килеүен иҫкәртеүсе салт аяҙ көн байрамға бермә-бер йәм өҫтәне. Бер миҙгелде икенсеһенә тоташтырған тантана һәр йыл һайын күңелдәрҙә өмөт сатҡылары уята.
Гөлназ Хәйбуллина






