Республикала был эш яйға һалына. Бөгөн Өфөлә үткән “Управдом” форумында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе йорт старосталары һәм идарасылар менән аралашты.
Башҡортостанда коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, ихата һәм подъездарҙы яңыртыу программаларын тормошҡа ашырыу дауам итә. Быйыл 300-ҙән ашыу йортта һәм 140 ихатала ремонт була.






