Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә йәш һөнәрмәндәр милли ярышын уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. WorldSkills Russia финалы 21 июлдә башлана һәм 5 көн дауам итә. Сараның ойоштороу комитеты раҫланған. Уны Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров етәкләй.






