Балаларҙы янғындан ҡотҡарған фельдшерға Салауат Юлаев ордены тапшырыла

Фото №1 - Балаларҙы янғындан ҡотҡарған фельдшерға Салауат Юлаев ордены тапшырыла

Ҡырмыҫҡалы районы Константиновка ауылынан Анастасия Шапошникова батырлыҡ өсөн абруйлы наградаға тәҡдим ителгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Уҙған аҙнала Анастасия Шапошникова урамда китеп барғанда йорттарҙың береһендә янғын иҫкәртеүсе датчик тауышын ишетеп ҡала. Был ваҡытта өйҙә өс бәләкәй бала була. Фельдшер йортҡа тәҙрә аша инеп, балаларҙы тышҡа сығара һәм утты һүндерә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ