Бөгөн “Салауат Юлаев” командаһы “Өфө-Арена”ла журналистар өсөн асыҡ күнекмә үткәрҙе. Унда уйынсылар һәм тренерҙар “Аҡ барыҫ” менән осрашыуға әҙерлек тураһында һөйләне. Юлаевсыларҙың баш тренеры Томи Ламса билдәләүенсә, команда буласаҡ дәғүәсене яҡшы белә. “Йәшел дерби” сағыу һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ.
“Салауат Юлаев” һәм “Аҡ барыҫ” Континенталь хоккей лигаһында Көнсығыш конференцияла плей-офтың ярым финалында осраша. Тәүге ике уйын Ҡазанда 17 һәм 19 мартта үтә, Өфөлә серия 21 һәм 23 мартта дауам итә.




