Башҡортостан башлығы «Өфө» халыҡ-ара аэропорты пассажирҙарын коронавирусҡа тикшереү бурысын ҡуйҙы

Радий Хәбиров был турала бөгөн Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, республикала мәкерле сирҙең яйлап сигенеүе күҙәтелә. Коронавирус диагнозы ҡуйылған пациенттар иҫәбе кәмей. Һуңғы тәүлектә бөтәһе 125 яңы осраҡ теркәлгән, ә ауырыуҙы үткәреүселрҙең дөйөм иҫәбе 30 мең ярымдан ашыу. Шул уҡ ваҡытта республикала вакцинациялау ҙа дауам итә, Ковид-19-ҙан тәүге компонент менән 111, икенсеһе менән 65 мең кешегә прививка яһалған. Әммә Радий Хәбиров әйтеүенсә, хәүеф кәмемәй, күңелдә шомлоҡ тойғоһо бар. Сөнки сит илдәрҙә сиктәрҙең ябылыуы күҙәтелә, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә дә ауырыусылар иҫәбе арта.

Оператив кәңәшмәлә яҙғы ташҡынға, баҫыу эштәренә әҙерлек хаҡында ла һүҙ барҙы. Быйыл аграрийҙар уңыш күләмен 4 миллион 500 мең тоннаға, гектар ҡеүәтен 23, 5 центнерға еткерергә иҫәп тота. Ер хужалары әйтеүенсә, һуңғы осорҙа техника паркын нығытыуға иғтибар артҡан. Әгәр һауа шарттары уңайлы торһа хужалыҡтар баҫыуға 15 апрелдә үк сығырға ниәтләй. Орлоҡ запасы ла, минераль ашламалар ҙа әҙер, бөтәһе 289 мең тонна орлоҡ һалынған, 115 мең тонна ашлама тупланған.

Быйыл сәсеү компанияһына 16 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Яҙғы ташҡынға килгәндә, быйыл ҡар күп яуыуға ҡарамаҫтан, йылға-күлдәрҙәге һыу кимәле норманан артыҡ түгел. Белгестәр әйтеүенсә, республикала 491 гидротехник ҡоролма бар, улар барыһы ла юғары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Радий Хәбиров ташҡын менән бәйле хәлде ныҡлы күҙәтеү аҫтында тоторға ҡушты, сөнки көндөң ҡапыл йылытыуы ла, көтөлмәгән хәлдәр килеп сығыуы ла ихтимал.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы «Өфө» халыҡ-ара аэропорты пассажирҙарын коронавирусҡа тикшереү бурысын ҡуйҙы

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ