Башҡортостанда 1 миллирон «Алға» картаһы сығарылған

Әле автобус хеҙмәттәре менән файҙаланған халыҡтың яртыһы юл өсөн иҫәпләшкәндә берҙәм транспорт картаһын ҡуллана. Был турала «Транспорт сәғәте» форматында үткән онлайн кәңәшмәлә белдерелде. Әле төбәктә ҡулаҡсаһыҙ түләү системаһына 72 пассажир ташыусы ойошма ҡушылған. Тағы ла 27 ғариза эшкәртеү этабында.

«Алға» картаһы проектының үҫеш динамикаһы мәғариф өлкәһендә лә асыҡ сағыла. «Уҡыусы картаһы» ярҙамында балаларҙың мәктәпкә йөрөүен һәм ашханаларҙа туҡланыуын күҙәтеп барырға мөмкин. Киләсәктә тағы ла «Алға» картаһын ҡулланыусыларға театр, музей һәм концерт залдарына ташлама яһау ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда 1 миллирон «Алға» картаһы сығарылған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ