Дыуан районы Таҙтүбә ауылында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә

Инвестициялар буйынса эксперт комитеты советы ҡарары менән проект эштәренә 7 миллион 706 мең, ә 2018-2019-cы йылдарҙа республика адреслы программа сиктәрендә 8 миллион 293 мең һумдан ашыу сығымдар бүленгән. Тәүге подрядсы ойошма төҙөлөш эштәрен намыҫлы үтәй алмаған, әлеге ваҡытта төҙөлөш – монтаж эштәре» Капитал-строй»яуаплылығы сикләнгән йәмғите эшселәре иңендә. 

Фундамент һәм бинаның стеналарының яртыһы төҙөлдө. ҡырҡ градус һыуыҡҡа еткән, ҡар мул яуған ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ла йылдамлыҡты юғалтмаҫҡа тырышабыҙ.

Рөстәм Шәңгәрәев, прораб

Яңы мәктәп төҙөлөшө 2020 йылдың мартында башланған һәм быйыл ноябрҙә тамамланыр, тип күҙаллана. Төҙөүселәр июлдә эске биҙәү эштәренә тотонасаҡ. Төҙөлөш тамамланғансы мәктәп уҡыусылары ауылдың төрлө социаль объекттарында өйҙәш булып белем алырға мәжбүр.

Мәктәп уҡыусылары ваҡытлыса ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы бинаһында белем ала. Уларға уңайлы булһын өсөн кабинеттар ҡулайлаштырылды.

Руслан Солтанов, Дыуан районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары
Фото №1 - Дыуан районы Таҙтүбә ауылында 120 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ