Өфөлә «Урал батыр» мәктәбе асыла

Рухиәт байрамы. Өфөлә «Урал батыр» мәктәбе проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә мәктәп уҡытыусылары һәм балалар өсөн ҙур сара үтте. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.

«Урал батыр» эпосы 20-се быуат башында яҙып алынһа ла, уның тәғлимәттәре бөгөн дә өйрәнелә. «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге әҫәргә таянып «Урал батыр мәктәбе»н аса. Улар үҫеп килгән быуынға кешелек донъяһының йәшәйеше өсөн иң мөһим йүнәлештәр тәҡдим итә. Проект Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ буйлап «Рухиәт байрамы»н үткәреүгә өлгәшә. Сара Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тәүге тапҡыр ойошторолдо.

Рухиәт байрамына уҡытыусылар, тәрбиәсе һәм уҡыусылар йыйылды. Педагогтар дәрестә балаларҙа метакомпетенциялар формалаштырыу, аралашыу этикеты, характерҙа ыңғай һыҙаттар һәм илһөйәрлекте тәрбиәләү серҙәренә төшөндө. Уҡыусылар өсөн «Урал батыр» эпосына таянып «Үҙебеҙҙең уйын» квесты үткәрелде.

Мәктәп уҡыусылары “Уғатарҙар” һәм “Һомай мәктәбе” оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Сара Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында дауам итте. Театр сәхнәһендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкән активистар бүләкләнде.

“Урал батыр мәктәбе” тәү сиратта рухи яҡтан ныҡлы быуын тәрбиәләү маҡсатынан ойошторола. Эпоста сағылыш алған төп идеялар нигеҙендә “Аҡ тирмә” ойошмаһы киләсәккә эш йүнәлешен билдәләне.

Фото №1 - Өфөлә «Урал батыр» мәктәбе асыла

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ