Башҡортостанда 1 миллион “Алға” картаһы сығарылған

Фото №1 - Башҡортостанда 1 миллион “Алға” картаһы сығарылған

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте” онлайн кәңәшмәһендә проект үтәлеше ҡаралды. Йәмәғәт транспортында һәр икенсе ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү “Алға” транспорт картаһына тура килә. Бынын тыш, уның ярҙамында мәктәп уҡыусылары ашханала түләй ала. Киләсәктә транспорт картаһы ярҙамында театр, музей, концерттарға инеү өсөн ташлама була. Радий Хәбиров проектты артабан камиллаштырыу өҫтөндә эшләү кәрәклеген белдерҙе.

Башҡортостанда 1 миллион “Алға” картаһы сығарылған

Әле пассажир ташыған 72 компания “Алға” картаһы проектына ҡушылған, 27 заявка Транспорт министрлығында ҡарала. Транспорт картаһы ярҙамында иҫәпләшеү арзаныраҡҡа тура килә.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ