Башҡортостан кешеләре күберәк федераль трассала һәләк була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле ике ай һөҙөмтәләре буйынса һандарҙы атаны.
Яҡын арала республикаға 300 самаһы фото һәм видео теркәү камераһы алына. Уларҙың 100-гә яҡынын федераль трассаға урынлаштырыу планлаштырыла.






