Былтыр Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл май аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Исемлектә Яңауыл, Ағиҙел, Мәләүез, Дүртөйлө ҡалалары һәм Краснокама районы Никола-Березовка ауылы. 1 майҙа Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай, Учалы ҡалалары, Йылайыр ауылы һәм Мәләүез районы Воскресенск ауылында төҙөкләндереү эштәре башлана. Был биләмәләрҙәге проекттар федераль конкурстың икенсе этабында еңеү яуланы. Бында яңыртылған йәмәғәт биләмәләре 1 ноябргә әҙер булырға тейеш.






