Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән онлайн кәңәшмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләһе ҡаралды. Әле республикала 2 мең 100-ҙән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек иҫәпләнә. Ҡыйғы, Благовар, Баймаҡ, Мәләүез, Бәләбәй, Дүртөйлө, Балтас райондары һәм Нефтекама ҡалаһында төбәк операторҙары полигондар булдыра. “Экология” милли проекты буйынса ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәре янында эшкәртеү комплекстары ла барлыҡҡа килергә тейеш.






