Оператив төркөмгә 20 мең кеше инә, 5 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителә. Ташҡын булған осраҡта, халыҡҡа ваҡытлыса һыйыныу өсөн 480 урын әҙерләнгән. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов
Яҙғы ташҡынға бәйле теүәл мәғлүмәт март аҙағында билдәле була. Башҡортостан Гидрометеорология һәм тирә-яҡты күҙәтеү буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ташҡын көслө булмай. Йылғаларҙа һыу кимәле 10 процентҡа түбәнерәк.






