Был - күп фатирлы 112 йорт тигән һүҙ. Тейешле сумма бүленде, подрядсы ойошмалар билдәләнде, тип белдерҙе Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Ирина Голованова. Ул Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны.
Төҙөкләндереү барышын дәүләт органдары ғына түгел, урында йәшәүселәр үҙҙәре лә контролдә тоторға тейеш, тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Төҙөүселәр арбала йөрөгән инвалидтар йәшәгән 10 подъезға пандус ҡуйырға иҫәп тота. Подъездарҙы ремонтлау 1 сентябргә тамамланырға тейеш.




