Ул ғариза тапшырыуы хаҡында социаль селтәрҙә хәбәр иткән. “Әлегә Рәсәйҙән мин үҙем генә. Мөмкинлеге сикле кешеләр өсөн һайланған айырым программа буйынса шөғөлләнәм”, тип яҙған Рөстәм.
CrossFit Open ярышы 3 ноябрҙә үтә. Әле төрлө илдәрҙә йәшәүселәрҙе теркәү бара. Былтыр сентябрҙә Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙәге иң бейек нөктә – Эльбрус тауына күтәрелгәйне. Уның был ҡаҙанышын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та баһаланы.






