Был турала бөгөн Өфөнөң «Торатау» конгресс холында уҙған семинар-кәңәшмәлә белдерелде. Сарала Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Волга буйы федераль округы идаралығы етәксеһе Глеб Петухов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, төрлө төбәктәрҙән билдәле эксперттар ҡатнаша.
Быуындан-быуынға күсеп килгән боронғо ҡомартыҡыларҙы һаҡлау технологиялары һәм заман мөмкинлектәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
«Шүлгәнташ» тураһында фәнни хеҙмәттәр яҙылған, фильмдар төшөрөлгән. Әммә Бөрйәндәге таш йорттоң асылмаған серҙәре күп. Ғалимдар әленән-әле тәүтормош кешеләренең ижад өлгөләренә юлыға. Белгестәр әйтеүенсә, 3Д форматағы фото төшөрөү ҡоролмалары ябай күҙгә салынмаҫ һүрәттәрҙе лә күрә.
Заман технологияларҙы шулай уҡ боронғо ҡурғандарҙы, ҡәберлектәрҙе асыҡлау мөмкинлеге лә бирә. Осоу аппараттары ярҙамында былтыр ғына Әбйәлил районында ике ҡурған табылған. Унан ғалимдар тимер быуаттың башына ҡараған артефакттар – алтын, бронза әйберҙәр, һөйәк ҡалдыҡтары ҡаҙып сығара. Уларҙы ерләү ваҡыты 2 мең 500 йылдан ашыу тип билдәләнә.
Белгестәр әйтеүенсә, боронғо ҡурғандар өҫтән төшөргәндә асыҡ күренеп тора, бары тик уларҙы ҡаҙыу, өйрәнеү шарт. Әле республикала тарихи ҡомартҡыларҙың 40-50 проценты ғына тикшерелгән.
Боронғо ҡомартҡыларҙы табыу, өйрәнеү генә түгел, һаҡлау, киләсәк быуынға тапшырыу ҙа талап ителә. Мәҫәлән, «Боронғо Өфө» ҡаласығындағы ҡаҙыныуҙар барышында монументаль архитектура объекттары, киңлеге 10, бейеклеге 4-5 метрға еткән ҡеүәтле диуар, йорт һәм тирмә урындары , тимер һәм баҡыр иретеү мейестәре, ювелир оҫтахана ҡалдыҡтары табылған. Был материалдар V-XII быуатта уҡ Өфө ҡала булған тип раҫлау мөмкинлеге бирә. Белгестәр тарихи майҙанды ошо уҡ рәүештә тергеҙеү һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау ниәте менән яна.
Үҙенең бай тарихы, милли- мәҙәни ҡомартҡылары менән һәр халыҡ та маҡтана алмай. Башҡортостандың донъя кимәленә сығарырлыҡ хазиналары бар.
Белгестәр әйтеүенсә, Волга буйы федераль округында федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объекттары бар, уларҙың күп өлөшө, йәғни 1 мең 200-е Башҡортостанда урынлашҡан. Был республика ведомстволары өсөн оло яуаплылыҡ. Боронғо ҡомартҡыларҙы тергеҙеү , һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу бурысы тора. Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы алдынан был эшмәкәрлек айырыуса әһәмиәтле.
Волга буйы федераль округы белгестәренең мәҙәни мираҫ буйынса форумы фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны ла булып тора. Белгестәр фекеренсә, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап уңышҡа өлгәшеп булмай. Халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге эш алымдарын үҙләштереү мотлаҡ. Тап заман технологиялары ярҙамында әлегә тиклем мөмкин булмаған асыштар яһарға, ҡомартҡыларҙы һаҡлау ысулдарын табырға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова






