Дәүләт стандартына яуап биргән орлоҡ

 Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығының Башҡорт референт үҙәгендә яҙғы-сәсеү кампанияһы алды мәшәҡәттәренең ҡыҙған мәле. Шишмә районындағы учреждение бөгөн республиканың тиҫтәләрсә ауыл хужалығы килтергән культура өлгөләрен тикшерә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

. Был ысул орлоҡ сифатына тулы ҡылыҡһырлама алыу өсөн эшләнә. Шишмә районының референт үҙәге белгестәре төбәктең ауыл хужалығының береһе килтергән иген культураһын тикшерә. Һолоноң бер бөртөгө лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Бөгөн ултыртылған культура өсөнсө көнөнә тикшереү үтә. Ул ваҡытта орлоҡтоң шытыу энергияһы анализлана. Унан тағы ла теүәл бер аҙнанан сәсеүгә яраҡлы булыу-булмауына баһа бирелә. Бар эштәр ҙә дәүләт стандарты ҡағиҙәләренә ярашлы башҡарыла. Әлфирә Ҡандарова был тармаҡҡа 30 йыл самаһы ғүмерен арнаған. Ошо ваҡыт эсендә уның ҡулы аша күп төрлө ауыл хужалығы культураһы һынау үткән. Улар араһында Ватан етештереүсеһе сорттары ла бар.

Лаборатория термостатында иһә тап агрономдар сәскән культуралар үҫтерелә. Улар йөҙәр берәмекләп, сортына ҡарап сәселгән. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн орлоҡтар төрлө яҡлап һынау үтә.

Шунлыҡтан ауыл хужалығы культураларын тикшереү мотлаҡ. Бигерәк тә, яҙғы-сәсеү кампанияһы алдынан башҡарыу зарур. Юғиһә, һабанда һайрашҡан мәлдә лә, баһаланмаған орлоҡто сәсеп ыңғырашыу ҙа ихтимал.

Фото №1 - Дәүләт стандартына яуап биргән орлоҡ

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ