Идарасы компанияларҙан һигеҙ команда ваҡытҡа биләмәне ҡарҙан таҙартыу буйынса көс һынашты. Ярыш майҙансығы итеп Мөбәрәков менән Эшсе хәбәрселәр урамдарындағы ихаталар һайлап алынғайны. Командалар айырым участкаларҙа эшләне, һәр ҡайһыһында бишәр коммуналь хеҙмәткәр, ике берәмек техника булды.
Күп ҡатлы йорт янындағы тротуар-юлдарҙы тәртипкә килтереүгә ике сәғәт ваҡыт бирелде. Конкурста ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ҡарҙың күплеге еңеүгә тағы ла сәм уятҡан.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса райондың «Иң таҙа ихата»һы билдәләнә. Еңеүсе командаларҙы 21 март – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала бүләкләү ҡаралған. Әйткәндәй, бәйгене Өфөнөң Киров районында йәшәүселәр ҙә ҡыуанып ҡабул иткән.
Гөлназ Хәйбуллина




