Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә арҙаҡлы шәхестәр серияһынан сираттағы китап донъя күрҙе. Киң йәмәғәтселек иғтибарына яңы хеҙмәт, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән онлайн түңәрәк өҫтәлдә тәҡдим ителде.
Китап халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриға арнала. Күләмле монографияның авторы, шәрҡиәтсе һәм көнсығыш әҙәбиәте белгесе, милли китапхананың ҡулъяҙма һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов. Автор егерменсе быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте классигының ижадына бөтөнләй яңы ҡараш тәҡдим итә. Уҡыусыға Мәжит Ғафури яңыса асыла. Халыҡ шағирының ғәрәп, мосолман әҙәбиәте менән бәйләнеше, дини тормош фәлсәфәһе асыҡлана.
Мәжит Ғафури 20-се быуат башында ижад итә. Ул осорҙағы ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси хәл ҡәләм оҫтаһы ҡалдырған әҙәби мираҫта ла сағылыш таба. Революцияға тиклемге ҙур ғына хеҙмәттәре иғтибарҙан төшөп ҡала.
Әҙиптең тормош юлын өйрәнеүселәр ҙә быға тиклем Мәжит Ғафуриҙы бер яҡлап ҡына асып килде. Белгестәр билдәләүенсә, Флүр Сибәғәтовтың ғилми хеҙмәте, тәүге тапҡыр рәсми идеологиянан тыш ҡәләм оҫтаһының тормош һәм ижад юлына байҡау булып тора.
Рафиҡ Әхмәтшин




