Иҫерек водителдәргә ярты миллион штраф һәм өс йылға иркенән мәхрүм ителеү янай

Эске эштәр министрлығы эскән килеш даими руль артына ултырыусыларға язаны ҡәтғиләштергә йыйына. Рәсәй Хөкүмәтенең закон проекттары буйынса комиссияһы был тәҡдимде хуплаған. Мәғлүм булыуынса, бөгөн икенсегә туҡтатылған иҫерек водитель 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф түләргә бурыслы.

Шулай уҡ суд ҡарары буйынса уның ике йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә ихтимал. Тәҡдим ителгән үҙгәрешкә ярашлы, законды һанға һуҡмаусыларҙы өс йылға төрмәгә ябыу һәм ярты миллионға тиклем штраф һалыу ҡарала.

Фото №1 - Иҫерек водителдәргә ярты миллион штраф һәм өс йылға иркенән мәхрүм ителеү янай

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ