Был турала беҙҙең каналға Юлдар, яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралыҡтан хәбәр иттеләр. Проект бер йыл самаһы әҙерләнгән. Эштәр быйыл башланып, 2023 йылға тиклем дауам итер тип көтөлә. Финанстарҙы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә бүлеү ҡарала.
Белгестәр әйтеүенсә, яңы объект әлеге юлүткәргестән 50 метрға төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай төҙөләсәк. Был ҡоролма сафҡа инеү менән Зинин, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипов һәм башҡа бик күп ауылдарҙа йәшәүселәр иркен тын алып ҡалыр тип көтөлә. Сөнки әлегә көндә тимер юлынан даими поездар үтеүе һөҙөмтәһендә улар байтаҡ ваҡыт автомобилдәр тығындарында ултырырға мәжбүр. Әйткәндәй, бөгөн Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында ғына 25 меңгә яҡын кеше йәшәй. Киләһе 5 йылда уның халҡы 35-40 меңгә етер тип көтөлә.
Константин Паппе, Өфө ҡалаһының юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары
Әлеге проект тимер юлы аша ике яҡҡа ла икешәр һыҙатлы күпер төҙөүҙе күҙ уңында тота. Уның оҙонлоғо 100 метрға яҡын. Шулай уҡ километр ярымдан ашыу юл да төҙөләсәк. Ул М-5 «Урал» трассаһынан башланып Нуғай ауылына тиклем һуҙылысаҡ.
Илдар Байбулатов




