Һыуыҡҡа ҡарағанда, ҡомар көслөрәк

Йылайыр районында ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса чемпионат үтте. Мауыҡтырғыс бәйге урындағы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамында ойошторолдо. Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысында үткән сарала илленән ашыу кеше ҡатнашты. Кем ниндәй табышҡа эйә булды? Был хаҡта киләһе репортажда.   

Тәү ҡарашҡа ғына бырау менән боҙ тишеү еңел кеүек тойола. Ысынбарлыҡта ул бәйгеселәрҙән көс тә, етеҙлек тә талап итә. Был номинацияла еңеү өсөн тәүге булып ике мәке уйырға кәрәк. Ир-егеттәр һыр бирмәй, һәр хәлдә уларҙы башҡа балыҡсылар ҙа дәртләндереп торғас ярыш тағы ла сәмлерәк һәм ҡыҙығыраҡ үтә.

Ярышта илленән ашыу балыҡсы ҡатнашты. Араларында бер генә осраҡлы кеше лә юҡ, һәр береһенең иңендә ҙур тәжрибә ята. Шуға ла тәүге табыш оҙаҡ көтөрмәне. Әммә уның ҙурлығы балыҡсының хыялындағы менән тап килмәне.    

Ярышта бер ниндәй сикләү ҙә ҡаралмаған, шуға ла һәр кем балыҡ тотоу өсөн күңел ҡушҡан  урынды һайлаған. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, яратҡан шөғөл йылдың һәр миҙгелендә лә мауыҡтырғыс. Шуға ла бәйгеселәрҙең йылдан-йыл артыуы күҙәтелә.   

Ошо мәлдә балыҡсыларҙың береһе ҙур табышҡа юлыға. Ҡармаҡҡа эләккән суртандың ауырлығы 4 килограммаға яҡын. Ярай әле мәкене киңерәк уйғаным, юғиһә, бындай балыҡты сығарып булмаҫ ине, ти рекордсмен.

Ярыш дүрт сәғәт самаһы дауам итте. Бәйгеселәргә призлы урындар етмәһә лә, бер кем дә күңел төшөнкөлөгенә бирелмәне. Улар өсөн иң мөһиме көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып саф һауала ял итеү.

Фото №1 - Һыуыҡҡа ҡарағанда, ҡомар көслөрәк

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ