Дыуанда сәкән һуҡмаған егет бик һирәк

Хәрәкәттә – бәрәкәт.  Дыуан районы йәштәренә был әйтем бала саҡтан таныш. Спорттың ниндәй генә төрөн алма, Мәсәғүттәр һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Төньяҡ-көнсығыш төбәктә уңышлы спортсы тәрбиәләү серҙәре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Дыуанда сәкән һуҡмаған егет бик һирәк. Ир балалар хоккейға дүрт йәштән ҡабул ителә, боҙға биш йәштән сығалар. Фәнзил Абдулллин 23-сө һан аҫтында сығыш яһай. Алты йыл эсендә хоккей спорты үҫмерҙә сыҙамлылыҡ һәм рух көсөн үҫтерергә ярҙам иткән. Фәнзил Абдуллин да тиҫтерҙәре кеүек профессиональ хоккей карьераһы тураһында хыяллана.

Төньяҡ-көнсығыш райондар араһында Дыуан районы ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса лидер. Ҙур сығымдар талап иткән хоккей уйыны өсөн заман талаптарына яуап биргән коробкалар төҙөлгән, бағыусылар йәш спортсыларҙы тулыһынса кейендерә. Көн һайын үткәрелгән күнекмәләр үҙ һөҙөмтәһен бирә.»Панда» һәм «Мустанг» командаһы хоккейсылары «Алтын шайба» ауыл һәм ҡала командалары араһында дүртенсе йыл рәттән яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. 

Күнекмәләрҙе көн һайын үткәрәм. Ҡыш буйына беҙ боҙҙа, ә яҙ һәм көҙ ерҙә йә булмаһа спорт залында шөғөлләнәбеҙ. Малайҙар каникулдарҙа ике ай ял итеп өлгөрә. Әммә улар махсус күнекмәләрҙе ташламай.

Марат Сафин ,тренер

Район үҙәгендә ике трасса яҡтыртылған. Был трассала саңғы спорты менән тәүлектең ҡараңғы ваҡытында эштән һуң да шөғөлләнергә мөмкин. Ә саңғыларҙың етеҙлеген үҙегеҙ күреп тораһығыҙ.

Саңғы ярышында ла йәштәр әүҙем ҡатнашты. Таулы рельефта, йәшел ылыҫлы ҡарағай урманында яңы һалынған трассала саңғысылар бер-нисә йәш категорияһында марафон дистанцияһына йүгерҙе..

Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында Мәсәғүт ауылының өлкән быуын вәкилдәре лә үҙҙәрен яҡшы формала тота. Скандинав таяҡтарҙа йөрөү сәләмәтлекте нығытырға булышлыҡ итә

Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәшәүселәр сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Тренерҙар һәм район етәкселеге спортҡа етди иғтибар бүлә, киләсәктә еңел атлетика, ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса олимпия чемпиондарын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатын ҡуя. 

Ҡышҡы һабантуйҙа сәләмәтлеге булған һәм дәрте ташып торған һәр кем әүҙем ҡатнашты. Биш район командаларынан тупланған ярыш йыл һайын үткәрелеп матур йолоға әүерелгән. Спорт байрамында әүҙем ҡатнашыусылар махсус дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерелде.

Дыуан ерендә ҡышҡы ярыштар миҙгеле тыуаһы яҙға өмөт бағлап, ҡурсаҡ ҡарасҡыһын яндырыу йолаһы менән тамамланды. Бөгөн сәмле ярыштарҙа ҡатнашыусылар артабан да ауырыуҙарға бирешмәҫкә, йыл әйләнәһенә әүҙем сәләмәт тормош алып барырға һүҙ биреп таралышты.

Фото №1 - Дыуанда сәкән һуҡмаған егет бик һирәк

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ