Ул оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләй. Әле “Ағиҙел” журналы редакцияһын етәкләй. “Һайлаясаҡ һөнәремде бала саҡтан белә инем. Өфөләге 1-се башҡорт гимназия-интернаты тормош мәктәбе булды. Бар хыялдарҙы ысынбарлыҡҡа әйләндерергә ярҙам итте”, - ти юбиляр.
Мөнир Ҡунафин драматург булараҡ та танылыу яуланы. Уның әҫәрҙәре башҡорт театрҙарында сәхнәләштерелә. Әҙип тәүге хикәйәһен дауаханала ижад итә.
“Юлдаш” радиоһы яҙыусының әҫәрен тәҡдим итә. Бөгөн 21 сәғәт 15 минутта беҙҙең тулҡындарҙа “Соҡор” хикәйәһенең дауамын тыңларға була.






