Гагарин кубогы плей-офында “йәшел дерби” башлана

Фото №1 - Гагарин кубогы плей-офында “йәшел дерби” башлана

Бөгөн Ҡазанда “Салауат Юлаев” һәм “Аҡ барыҫ” араһында беренсе уйын үтә. Командалар Континенталь хоккей лигаһы Көнсығыш конференцияһының ярым финалында осраша. Плей-офта “йәшел дерби” тарихында килгәндә, Өфө һәм Ҡазан клубтары алты тапҡыр осрашҡан. Ике серияла юлаесылар еңеү яулаған, дүртеһендә “Аҡ барыҫ” көслөрәк булған. Быйыл даими чемпионатта командалар дүрт тапҡыр уйнаны. Ике осрашыуҙа Өфө хоккейсылары еңде, икеһендә Ҡазан клубы алдынғылыҡты бирмәне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ