Кескәйҙәр өсөн интерактив спектакль

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге «Орион» ижад һарайы йәш тамашасыларға «Ҡарышлауыҡ бәхете» тип исемләнгән сәхнә әҫәре тәҡдим итә

Ҡыҙыҡлы һәм заманса интерактив театр тамашасылар залы менән сәхнә араһындағы сиктәрҙе юҡҡа сығара. Бәләкәстәр спектаклдә ҡатнашып, уның сюжетын да үҙгәртә ала. «Ҡарышлауыҡ бәхете» постановкаһы урманда йәшәүсе  фәрештә, ҡарышлауыҡ, сиңерткә һәм күбәләктең тарихын сәхнәләштерә. Пьеса, бәләкәстәрҙең йәш үҙенсәлегенә тап килтерелгән. Спектаклдә мауыҡтырғыс уйындар ҙа ҡаралған. Актер булараҡ «Орион» ижад үҙәге педагогтары сығыш яһай. 

«Ҡарышлауыҡ бәхете» спектакле Рәсәй Президенты гранты ярҙамында сәхнәләштерелгән, постановканы сәхнәгә сығарыу өсөн бер миллион һум аҡса бүленгән. Костюмдар тегелгән, тауыштар яҙҙырылған, залда яңы технологиялар ҡулланылған. Интерактив театр һәр аҙна шишәмбе һәм шаршамбы кескәй тамашасыларҙы көтөп ҡала.

Фото №1 - Кескәйҙәр өсөн интерактив спектакль

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ