Өфөлә билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте

Фото №1 - Өфөлә билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте

Һәр замандың үҙ Салауаты. Өфөлә  Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, педагог, профессор, билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте. Яҡташыбыҙ Кремль майҙанындағы кенәз Владимир, Ғабдулла Туҡай, Петр Столыпин, Николай Склифосовский, Михаил Калашников һәм башҡа билдәле шәхестәргә арналған 40 ашыу һәйкәл авторы.  Рәсәйҙең хәрби дан ҡалаларында урынлаштырылған 45 ашыу стелла ла уның ижад емеше. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән сара барышында Салауат Щербаков тамырҙарын барлауы хаҡында һөйләне, фильм тураһында тәьҫораттары менән бүлеште.

Өфөлә билдәле скульптор Салауат Щербаков менән осрашыу үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ