Һайлап алыу этабында 200-ҙән ашыу һәүәҫкәр башҡарыусы ҡатнашты. Урындағы телевидение хәбәрсеһе Айҙар Сираев һөйләй.
“Йырсы ауыл” конкурсының Гала-концерты Өфөлә була, унда иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Бәйге еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.




