Тәүге урында ҡан әйләнеше системаһы, икенселә - аш һеңдереү органдары, өсөнсөлә тын алыу органдары ауырыуҙары килә. Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса, 4800-ҙән ашыу кеше күҙәтеү аҫтына алынған, 2 меңгә яҡыны өҫтәмә тикшереү үтеүгә, 2600-ө шифаханаға, 69 кеше юғары технологиялы медицина ярҙамы алыуға йүнәлтелгән. Диспансер тикшереү 18 йәштән башлап 3 йылға бер үткәрелә. 40 йәштән уҙғандар йыл һайын тикшереү үтә ала.




