Башҡортостанда иң яҡшы педагогты һайлайҙар

Фото №1 - Башҡортостанда  иң яҡшы педагогты һайлайҙар

Өфөлә Республика “Йыл уҡытыусыһы” һәм төбәк- ара “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”  конкурстары башланды. Быйыл 198  педагог бәйгелә үҙ көсөн һынай. Улар асыҡ дәрестәр, класс сәғәттәре, оҫталыҡ дәрестәре һәм матбуғат конференцияһы буйынса һынау тота. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Йыл уҡытыусыһы” конкурстында 53 педагог ҡатнаша. Улар араһында Ырымбур, Силәбе һәм Курган өлкәләре вәкилдәре бар. Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров һөйләй.

Башҡортостанда иң яҡшы педагогты һайлайҙар

  Өфөлә педагогик бәйге еңеүселәре 23 мартта билдәле була.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ