Өфөлә «Минең исемем Салауат» документаль фильмының премьераһы үтте

Минең исемем Салауат. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Һынлы сәнғәт академияһы академигы, билдәле скульптор Салауат Щербаков тураһында документаль фильм күрһәтелде.

Салауат Щербаковтың яҙмышы бик үҙенсәлекле. Ул 1955 йылда Мәскәүҙә тыуған. Атаһы Дәүләтхажи Сиражетдин улы Ишкилдин – Ырымбур башҡорто, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, сапер,  Мәскәүҙә йәшәй. Ҡатыны рус милләтенән булһа ла, балаларына Салауат һәм Ғәлиә тип исем ҡуштыра.

Тик ғаилә тарҡалғас, әсәһе Салауатты үҙенең фамилияһына күсерә. Әммә егет ғүмер буйы үҙен башҡорт итеп тойоп, ғорурланып йәшәй. Тарихты, шәжәрәһен өйрәнә, атаһы менән әсәһе яғынан ете быуынын белә. Салауат Щербаков 40-тан ашыу һәйкәл, Хәрби дан ҡалаларында 45 стела, тиҫтәләрсә дизайн-проект авторы. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының йөҙө булып торған күп кенә объекттар ҙа яҡташыбыҙҙың ижад емеше.

Кенәз Владимирға, император Александр Беренсегә, митрополит Гермогенға, Столыпинға һәм башҡа бик күп бөйөк шәхестәргә һәйкәлдәрҙе тап Александр Щербаков ҡойған. Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа тимер һынды ла билдәле скульптор етәкселегендәге ижади төркөм ҡуясаҡ. Данлыҡлы яҡташыбыҙға арналған бай йөкмәткеле фильмдың авторы - Гәүһәр Батталова, режиссеры – Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы операторы – Урал Ғатауллин, композиторы – Илшат Хәлилов. Кино Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән. 

Фото №1 - Өфөлә «Минең исемем Салауат» документаль фильмының премьераһы үтте

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ