Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,утты-һыуҙы үткән һуғыш ветерандары сафы йылдан-йын һирәгәйә бара, ҡалғандары ла оло йәштә. 

Ошо көндәрҙә Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәүсе Нәбиулла Хәкимов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветеранын ғүмер байрамы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Оло быуын вәкиленә ҡотлау хаттарын район етәксеһе Ғайса Янбаев тапшырҙы. 

Нәбиулла Хәйбулла улының бала сағы тап ошо ауыр йылдарға тура килә. Һигеҙ йәшендә генә хеҙмәт юлын башлаған малай, бар көсөн һәм ғүмер юлын колхоз эшенә бағышлай. Йәшләй һуғыш дәһшәтен татыған һалдат, төрлө көслө алыштарҙа ҡатнаша, улар араһында иң иҫтә ҡалғаны Курск дуғаһы, Харьков йүнәлешендәге хәл иткес алыштар, ти ветеран. 

Фото №1 - Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын ҡаршы алырға әҙерләнә

Илдар Байбулатов

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ