Уны Республика башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2020 йыл ҡатмарлы булды. Шулай ҙа "Башнефть" инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итте. Предприятие намыҫлы һалым түләүсе булып тора, республикала социаль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Бындай эште юғары баһалайбыҙ, тине Республика башлығы. Быйыл Башҡортостан хөкүмәте "Башнефть" менән бергә компанияның яғылыҡ станциялары янында инфраструктура объекттары үҫешен билдәләргә планлаштыра.




