Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү өсөн федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 700 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихы урындарҙы тәртипкә килтереүгә 500 миллион һум бирелә.Ремонтланасаҡ объекттар билдәләнгән.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телгә алынған район етәкселәренә эште ваҡытында башҡарырға ҡушты.
Биләмәләрҙе төҙөкләндереү көҙгә тиклем тамамланырға тейеш.




